top of page

Әҙәби бит

 "Сүмесле ай" (2002 й.) шиғырҙар йыйынтығым

Шиғырҙарым "Күңелдәр балҡышы" (2008 й.) дөйөм йыйынтығына инде

 "Мәрйендәр" (2014 й.) шиғырҙар йыйынтығым

Шиғырҙарым "Гәлсәр шишмә" йыйынтығына инде (2013йыл)

 "Илһам ҡанаттарында" (2018 йыл)

Күңел ынйыларым менән танышығыҙ!

                                

 

Башҡортостанға мәҙхиә

 

Башҡортостан – тыуған илем,

Һиндә тыуып күкрәп йәшәйем.

Һинең һулыш, тимәк, минең һулыш –

Һинең менән бергә йәшнәйем.

 

Һәр милләтең һинең матур сәскә,

Тирә-йүнгә сағыу нур сәсә.

Тыныс йоҡлай, тәмле төштәр күрә

Һәр бер сабый, шуға шат әсә.

 

Һиндә үтә йәнле Ҡоролтайҙар,

Йыр бәйгеһе уҙа төньяҡта.

Оҙон көйҙәр, дәртле ҡурай моңо

Сихри моңға сорнай бар яҡты.

 

Ҡолас йәйә шиғыр фестивале,

Яҙ һулышы һиҙелә еремдә.

Түҙмәй, тибә ярһып йәш йөрәгем –

Ҡанат елпей илһам күңелдә!

   

                                Гөлмирә Бикбулатова

*************

 

Уҡытыусы тигән исемем бар

Уҡытыусы тигән исемем бар,

Мәңгелеккә тиеп һайлаған.

Орлоҡ һалам кескәй күңелдәргә

Бик кәрәкле тиеп һанаған.

 

Шул шытымдар бөгөн үҫеп сығып

Емеш бирә - илем биҙәге.

Һәр балаға осар ҡанат ҡуйып,

Ҡушып бирәм йәнем киҫәгем.

 

Уҡытыусы тигән исемем бар,

Ҡанат ҡуйҙым инде күптәргә.

Ҡайһылары уйһыулыҡты иңләй,

Ҡайһылары иңләй күктәрҙе.

 

Наҙлы һүҙҙәр, йөрәк хисе менән

Юлдар ярам төрлө тарафҡа.

Минең өсөн оло баһа булыр –

Улар әгәр илде данлаһа.

 

Уҡытыусы тигән исемем бар,

Яуаплылыҡ миңә өҫтәгән.

Ғорур йөрөтәм уны бөгөн дә мин

Ул бит һөнәр – илде биҙәгән! 

                                 

                           Гөлмирә Бикбулатова

                                     

               

       Өйөрөлөп яуа

Ап-аҡ ҡарҙар өйөрөлөп яуа,

Көҙҙөң ябып һуңғы эҙҙәрен.

Серле биҙәктәрен күреп ҡарҙың

Ҡамаштылар хатта күҙҙәрем.

Бәхет юрап килһен өр-яңы ҡыш,

Һәр бер йортҡа илтһен шатлығын.

Көндө көнгә, айҙы йылға ялғап

Һүтелһендәр ғүмер йомғағы.

Һәр миҙгелгә өмөт менән инеп

Сәғәт,минуттарҙы һанайбыҙ.

Үҙебеҙгә насип иткән юлдан,

Һуҡмаҡтарҙан яйлап атлайбыҙ.

Миҙгелдәрҙә ҡаршылаһын беҙҙе

Ләйсән йыры,еләк тәмдәре.

Япраҡ шауы ҡоштар моңо менән

Дауалаһын беҙҙең йәндәрҙе.

 

                                Гөлмирә Бикбулатова

***************

                                 

     

Дан йырлайым һиңә туған телем!

 

Уйланылған һәр уйҙарым – туған телдә,

Сәләмләйем иртән торғас – туған телдә.

Күкрәк һөтө менән биргән әсәм телен,

Аманаттай һаҡлармын тип, анттар бирәм.

 

Туған телем гүзәллеге бер мөғжизә,

Һулытмайыҡ уны, берүк, һыу һибәйек.

Бар милләттәр берҙәм оло ғаилә булып

Тыныслыҡта һәм хөрлөктә көн күрәйек.

 

Һалҡын елдән, дауылдарҙан уны ҡурсып,

Бер ҡалҡандай, әгәр, татыу, берҙәм булһаҡ,

Телем-сәскәм бер ҡасан да һис һулытмаҫ,

Аҡмуллалар аманатын әгәр тотһаҡ.

 

Туған телем, наҙлы гөлөм, һиңә генә

Бар йырымды изге уйҙан бағышлайым.

Илем бөйөк, халҡым ғорур, һис баш эймәҫ –

Һәр күңелгә ошо серҙе нағышлайым.

                                     

                                         Гөлмирә Бикбулатова 

***************

bottom of page