top of page

                ҮҘЕМ   ХАҠЫНДА   ҺҮҘЕМ

DSC_0003.JPG

     Үҫәргән ырыуы ҡыҙымын. Ейәнсура районының Самаҙы ауылында ғаиләлә 5-се ҡыҙ бала булып донъяға ауаз һалғанмын. Атай-әсәйемдең йылы ҡосағында ҡанат нығыттым. Өлгөргәнлек аттестатын алғас, район гәзите редакцияһында хеҙмәт юлымды башланым. БДУ-ны 1995 йылда тамамлап, бөгөн Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбендә юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп йөрөйөм. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы, Республиканың "Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" конкурсы лауреатымын. Педагогик эш стажым - 27, дөйөм - 30 йыл.

Шиғырҙар яҙам, "Сүмесле ай" һәм "Мәрйендәр" исемле йыйынтыҡтар авторымын. "Илһам шишмәләре" Төбәк-ара шиғриәт фестиваленең Гран-прийына лайыҡ булдым. Күңел ынйыларым "Балҡыштар", "Гәлсәр шишмә", "Илһам ҡанаттарында" исемле дөйөм йыйынтыҡтарҙа  ла донъя күрҙе.

  2017 йылдан РФ һәм БР-һы Журналистар Берлеге ағзаһымын. 

  2021 йылда Башҡортостан Башлығы "Хеҙмәт Даны" миҙалы менән бүләкләне. Һәм 2022 йылдан Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡмын. 

2022 йылда "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының лауреатымын.

Юғары белем тураһындағы дипломым

Хеҙмәт даны миҙалы

skfBE06.jpg

    "Иң яҡшы башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы"   

конкурсы лауреаты (2014 йыл)

"Мәғариф алдынғыһы" билгеһе

таныҡлығы

РФ һәм БР-һы "Журналистар Берлеге ағзаһы" таныҡлығы

"Илһам шишмәләре" Төбәк-ара шиғриәт фестиваленең Гран-при Дипломы

Белемем

Фәнни-ҡыҙыҡһыныуым

Филология һәм журналистика

1988 -1995 йылдар,Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика  факультеты

bottom of page