top of page

                                                                 Справка

     Учитель башкирского языка и литературы МБОУ СОШ№6 г.Туймазы МР Туймазинский район РБ Бикбулатова Гульмира Ямиловна действительно входила в состав Жюри муниципального этапа всероссийской олимпиады школьников по башкирскому языку и литературы в МР ТР РБ (приказ УО Администрации МР ТР РБ от 08.11.2017 г. №487;приказ УО Администрации МР ТР РБ от 21.11.2017 №520; 

                                                                                                   Директор школы Т.Г.Мишина

                                                                           

                                                                   Справка

    Учитель башкирского языка и литературы МБОУ СОШ№6 г.Туймазы МР Туймазинский район РБ Бикбулатова Гульмира Ямиловна действительно входила в состав комиссии по оцениванию исследовательских работ учащихся НПК МАН в муниципальном районе ТР РБ (приказ УО Администрации МР ТР РБ от 06.12.2017 г. №561;приказ УО Администрации МР ТР РБ от 11.12.2018 №578

                                                                                                   

                                                                                                   Директор школы Т.Г.Мишина

       Мин Туймазы педагогия колледжының ғәмәли-мәғлүмәти, мәктәпкәсә белем биреү, башланғыс кластарҙа уҡытыу, физкультура бүлектәре өсөн төҙөлгән башҡорт теленән эш программаларының (2016/2018 йылдар) рецензентымын. Программаларҙың авторы - Туймазы педагогия колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Я.Кәримова.

 Уҡыу программаһын үҙләштереүҙең ыңғай динамика һөҙөмтәләре

       Сынығыуҙар аша киләм бөгөнгөмә

        Бөгөн үткән тормошома байҡау яһап, 15-20 йылға кире ҡайтырға форсат бар һиңә, ҡайтаһыңмы, тиһәләр, ике лә уйламайынса ҡайтыр инем. Сөнки атай-әсәйле, бәхетле  бала  сағымды урап ҡайтыуҙан илһам ғына алыр инем. Тыуған йортомда шау-гөр килеп концерт күрһәтеп,әхирәттәремде саҡырып уҡытыусы апайҙар булып уйнап үҫтек. Әммә гел генә уйнап та йөрөлмәне. Атайым менән Ҡаратауҙа, иркен бесәнлекте бер итеп, бесән сабыуымды, ат арбаһы менән ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләшергә барыуымды оноторлоҡмо ни?! Улар бит мине сыныҡтырҙы ғына, ауыр тормошҡа әҙерләне, килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын табырға өйрәтте.

       Эйе, ҡайтыр инем. Сөнки тыуған йортома ғына түгел, ауылыма ла заман елдәре күп үҙгәрештәр алып килгән. Был - тәбиғи хәл, әлбиттә. Әммә бөгөн илап, аунап үҫкән тыуған йортомда минең иң ҡәҙерле бер генә Кешем йәшәй. Ул – миңә аҫыл ғүмер бүләк иткән әсәйем. Атайымдың да үҙенең ғүмерлек йортона мәңгелеккә күсеүенә тиҙҙән 9 йыл була. Ауыр тупрағың еңел булһын, тыныс йоҡла, атай. Һинең күңелеңдең сафлығы,һүҙҙәреңдең йорлоғо, тослоғо миндә йәшәй бөгөн. Һин әйтә алмаған һүҙҙәрҙе, һин күреп өлгөрмәгән мәлдәрҙе мин күрәм һәм уларҙы наҙға, моңға сорнап шиғри юлдарға һалам,йыр яҙам.Әсәй! Атай! Миңә шундай аҫыл ғүмер асҡанығыҙ өсөн мәңге рәхмәтлемен!

       Үткәндәргә кире ҡайтыр инем, әммә уларҙы һағыныуҙан, юҡһыныуҙан түгел. Ә бөгөнгө көнгә килеп еткән тормош юлымдан ҡабат үтергә, бәхетле бала сағымдың рәхәт минуттарын кисерергә, матур йәшлегемә тағын бер байҡау яһар өсөн кире ҡайтыр инем! Сөнки, бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, тормош бит ул – төрлө яҡлы. Бөгөнгө аҙмы-күпме  тормош тәжрибәмдән сығып ҡарағанда, үткән ғүмер юлымдың ҡайһы бер урындарын икенсе төрлөрәк үтер инем. Кәрәк урында  аҡыллылыҡ та, ҡайһы ваҡыт яуаплылыҡ та етмәгәндер,тимен. Шулай ҙа улар бит мине тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәткән.

       Ә бына мәктәпте тамамлау менән хеҙмәт юлын тап “Октябрь байрағы” район гәзите (бөгөн “Ейәнсура таңдары” гәзите) редакцияһынан башлауымды, унан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеүемде, унда тел ғилеме кафедраһында бер аҙ тәжрибә туплауымды, һөйөклө тормош иптәшем менән танышып ғаилә ҡороуымды, райондың  мәҙәниәт бүлегендә  Мәҙәниәт  йорто директоры вазифаһын башҡарыуымды, ике улыбыҙ тыуыуын, бөгөн  тап Туймазы ҡалаһында йәшәүебеҙҙе,  мәктәптә  балаларға  белем  биреүемде һис тә үҙгәртмәҫ инем! Сөнки бөгөн ауғанымда таянырға ныҡлы терәгем - ғаиләм бар, тайғанымда тотонорға һөйөклө әсәйем, туғандарым бар, аллаға шөкөр! Кисергән бөтөн ауырлыҡтарымды, ҡайғыларымды  уртаҡлашыр  коллегаларым, эшем бар!

          Мин бөгөн иңемә иң яуаплы,иң ауыр  йөктө йөкмәгәнмен – мин Уҡытыусы!

          Эйе, яуаплы ла, ауыр ҙа беҙҙең һөнәр. Сөнки беҙ, уҡытыусылар, илебеҙгә лайыҡлы граждандар, бөгөнгө заман талаптарына яуап бирерлек, тормош ағымында юғалып ҡалмаҫлыҡ, үҙ урынын таба белерлек шәхестәр тәрбиәләргә бурыслы. Ошо бурыс беҙҙең иңгә, башҡорт теле уҡытыусылары иңенә,  ятҡан.

       Ә кем ул – шәхес? Шәхес – ул ниндәйҙер кимәлдә өлгөрөп еткән, үҙенең ҡылған ҡылығы, эшләгән эштәре өсөн үҙе яуап бирә алырлыҡ кеше. Ул һәр төрлө килеп тыуған хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, уларҙы дөрөҫ сисә белергә лә тейеш. Үҙе өсөн генә түгел, ә киләсәге, яҡындары, туғандары, ғаиләһе, хатта тыуған иле, ере, теле өсөн дә яуаплылыҡ тойорға  тейеш.

         Мәктәптә 27 йыл эшләү дәүеремдә төрлө балалар, яҙмыштар, төрлө кешеләр менән осрашырға, аралашырға,эшләргә насип булды. Яңы эш башлаған мәлдәрҙәге тәүге  ҡарлуғастарым бөгөн  үҙҙәре  ғаиләле, атай-әсәй булғандар, ҡайһылары вазифалы урынды биләй. Кемдер минең юлымды һайлаған – бөгөн башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән коллегаларым араһында кисәге уҡыусыларымдың булыуы, минең өсөн, әлбиттә, ғорурлыҡ!

Көн дә иртән ҡояш менән тороп,   саҡырып торған эш урыныңа йүгереү, мәктәп ишеге төбөндә үк балаларҙың  шат тауыштарын ишетеп, уларҙың саф  башҡорт  телендә  һаумыһығыҙ, тип сәләмләүе үҙе үк бәхет түгелме ни?! Тимәк, йылдар бушҡа үтмәгән. Аҡ ҡағыҙҙай таҙа, саф күңелдәргә белем орлоҡтарын сәсеп, шул шытымдарҙың нисек итеп үҫеүен, сәскә атып, емеш биреүен күҙәтеүҙе, шул “ҡаҙанда” ҡайнауҙы мин яҙмыш бүләге  тип  ҡабул  итәм. Әгәр кисәге уҡыусыларым мине урамда күреп  сәләмләп, хәлдәремде һорашалар икән, тимәк, ниндәйҙер кимәлдә  уларҙың  шәхес булып  формалашыуында, кешелеклелек сифаттарының барлығына минең дә өлөшөм бар.

         Бөгөн яңы технологиялар  алға киткән ваҡытта, урамдан  XXI быуат атлағанда, халыҡтарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, бер-береһенә ҡарата  теләктәшлеге бик тә мөһим.  Гүзәл, бай тәбиғәтле  Башҡортостаныбыҙҙа төрлө милләт халҡы татыу, берҙәм ихлас ғүмер итә. Йыр-бейеүгә  маһир, эшкә  уңған, аҡыллы минең халҡым! Быны беҙ гөрләп үткән төрлө конкурстарҙан, фестивалдәрҙән дә күрәбеҙ.

Үрҙә һанап кителгән бөтөн матурлыҡтар бөгөн минең эшемдә  илһам бирә. Ошо гүзәллекте мин болондағы төрлө-төрлө сағыу сәскәләргә тиңләйем. Ул сәскәләр – минең төрлө милләттән булған уҡыусыларым. Улар минең менән заман юлынан бергә атлай. Бөгөнгө быуат талап иткән бер ниндәй яңылыҡтан да ҡурҡмайынса, һәр башланғысты  күтәреп  алып белем үренә бергә артылабыҙ. Быны беҙҙең мәктәптә эшләп килгән эксперименталь майҙансыҡ менән раҫларға мөмкин. Уҡыусыларымдың, коллегаларымдың берҙәм, бер һүҙле, бер төптән уйлай белеүе, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүебеҙҙе тәьмин итә.

      Уйымдан булһа ла үткәндәремә байҡау яһап, бөгөнгөмә ҡайттым һәм шундай һығымтаға килдем – мин бик бәхетле кеше! Эйе, бәхетле, бәхет,төшөнсәһен  һәр  кем үҙенсә аңлай, әлбиттә. Ә мин тыуған илемдә йәшәүем, туғандарымдың, дуҫтарымдың күп булыуы, күңелемә ятышлы һөнәр һайлап гөрләтеп эшләп йөрөүем менән бәхетле. Уҡытыусы һөнәрен  һайлағаныма  һис тә үкенмәйем. Сөнки мине  иртән эшкә оҙатыусы ныҡлы ғаиләм бар. Мәктәптә яратҡан уҡыусыларым, коллегаларым ҡаршылай.

     Бәхетлемен! Ошо бәхетем ғүмерле, ҡалған ғүмерем бәхетле генә үтһә, илап тыуған ҡыҙ  баланың яҙмышы,тимәк, Хоҙай бүләге!

bottom of page