top of page

14 декабрь - Башҡорт теле көнө!

М.Аҡмулланың тыуған көнө айҡанлы мәктәптә ҡаланың "Ағинҙәр" ҡоро ағзаларының уҡыусылар менән осрашыуы йылы мөхиттә үтте. Унда ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнашты. Балалар йырланы, бейене, гармунда уйнаны, шиғыр һөйләне. Ҡунаҡтар ҡушылып йырланы.

Ә ағинәйҙәр, үҙ сиратына, уҡыусыларға төрлө саралар һәм милли байрамдар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Яҙ, йәй еткәс, бергәләп, "Ҡарға бутҡаһы"на, "Кәкүк сәйе"нә сығырға, тәбиғәткә сәйәхәт ойошторорға, милли байрамдар үткәрергә һөйләште. Саранан һәр кем рух күтәренкелеге менән ҡайтты.

 
 
 

Comments


bottom of page