21 февраль - Туған телдәр көнө!
- gkarabaevabikbulat
- 13 февр. 2019 г.
- 1 мин. чтения
Обновлено: 22 февр. 2019 г.
Башҡортостандың Халыҡ шағиры Рәми ҒАРИПОВ
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла
,Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Илe юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Халыҡ-ара туған теле көнө айҡанлы муниципаль кимәлдә байрам ойоштороласаҡ. Балалар йыл да туған телдәр көнөнә ныҡлы әҙерләнә: төрлө саралар, асыҡ дәрестәр, конкурстар үтә. Быйыл иһә ул агитбригада рәүешендә үтәсәк.

Рәхмәт, хөрмәтле коллегам! Һеҙҙең барығыҙҙы ла наҙлы байрам менән!
С наступающим праздником вас! Здоровья, успехов всем!