Август 2018 йыл
- gkarabaevabikbulat
- 6 нояб. 2018 г.
- 1 мин. чтения
Обновлено: 7 февр. 2019 г.
23 августа беҙҙең мәктәпкә ҡаланың туған телдәр уҡытыусылары дискуссион майҙансыҡҡа йыйылды. Ул "Милли белем биреүҙә конкурентлылыҡтың сифатын үҫтереү" темаһына арналды. Уҡытыусылар төркөмдәргә бүленеп килеп тыуған проблемалар тураһында фекер алышты, уларҙы хәл итеү юлдарын күмәкләп эҙләне. Майҙансыҡта МҮИ-ның туған телдәр кафедраһы доценты Ф.Б.Санъяров та ҡатнашты.6-сы мәктәптең ирекмәндәр отряды ағзалары майҙансыҡта ҡатнашҡан уҡытыусыларға һәм ҡунаҡтарға йәнле флешмоб тәҡдим итте. Кәңәшмәнән һәр кем яңы уҡыу йылына илһам, көс-дәрт алып ҡайтты. Фотола ирекмән ҡыҙҙар туған тел уҡытыусылары һәм ҡунаҡтар менән.

댓글