top of page

Быуыныңды беләһеңме?

Ноябрҙә мәктәбебеҙҙә Шәжәрә байрамы үтте. Ҡала һәм район мәктәптәренән үҙҙәренең шәжәрәләрен күтәреп килгән балалар сарала ҡатнашыусыларҙы быуын сылбыры менән таныштырҙы. Эштәр ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле ине. Улар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Сығыш яһаусылар араһында 10 быуынын белгән йәки яңы өйрәнә башлағандар ҙа бар ине. Шулай ҙа балалар һынатманы. Һәр береһе киләсәктә был шөғөлдө дауам итәсәгенә инанып ҡайтты.





 
 
 

Comments


bottom of page