Олимпиада үтте!
Быйыл да башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса муниципаль олимпиада көсөргәнешле үтте. Сөнки уҡыусылар ныҡлы әҙерлек менән килгәйне. Ул яңыса форматта үтһә лә, балалар һынатманы. 9-сы класс уҡыусыһы Фарухшина Эльвина (туған телдән) призер булһа, дәүләт телен яратып өйрәнеүсе рус егете Метельницкий Максим еңеүсе тип табылды. Максимға республика кимәлендәге һынауҙа ла уңыштар теләйек!







Комментарии