Тырыш хеҙмәт емеше!
- gkarabaevabikbulat
- 7 февр. 2019 г.
- 1 мин. чтения
11 ғинуарҙа уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының башҡорт теле буйынса Төбәк-ара этабы тамамланды. Унда беҙҙең район уҡыусылары ла ҡатнашты.Башҡорт телен яратып өйрәнеүсе 10-сы класс уҡыусыһы Метельницкий Максим Диплом алып ҡыуанды. Был уның тырыш хеҙмәте емеше! Сөнки Төбәк-ара олимпиадала үткән йылда ла ҡатнашҡан Максимға еңеү өсөн бер аҙым ғына ҡалғайны. Ул алдына маҡсат ҡуйып, ошо юлынан тайпылмай, ышаныслы аҙымдар менән ныҡлы әҙерләнде быйыл һәм ЕҢДЕ! Эйе, еңде, сөнки тырыштар, сәмлеләр, телде, мәҙәниәтте, тарихты белергә тырышыусылар еңеүе был! Афарин тиергә генә ҡала!

Comments