Шаулап-гөрләп үтте байрам!
- gkarabaevabikbulat
- 22 февр. 2019 г.
- 1 мин. чтения
21 февраль көнө ҡаланың 7-се мәктәбенә балалар уҡытыусылары менән иртүк йыйыла башланы. Шулай булмай ни, байрамға һуңларға ярамай! Быйылдан был көндө агитбригада рәүешендә үткәрергә тигән положение килгәс тә, балалар әҙерләнә башланы. Сөнки сикле ваҡыт эсендә "Туған телебеҙҙе өйрәнәбеҙ, беләбеҙ,яратабыҙ", " Әйҙәгеҙ, танышайыҡ!", "Хәбәр ҡапсығы", "Атай-әсәй менән бергә!" "Ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ" тигән этаптарҙа белгән белемдәрен һәм һәләттәрен күрһәтергә тейеш ине балалар. Бында йыр-бейеү ҙә, грамматик-лексик, тәржемә буйынса белем дә, ғаилә реликвияһына (аманаттар) һаҡсыл ҡараш та сағылырға тейеш ине.
Сарала йәмғеһе 19 команда ҡатнашты. Һәр береһе ентекле әҙерләнгән, дәрт, сәм ташып тора балаларҙа. Һәр береһе еңергә ынтыла. Собханғол мәктәбе уҡыусылары барлыҡ этаптарҙы ла уңышлы үтеп абсолют еңеүсе тип табылһа, белемдәре тәрәнлеге, тәржемә буйынса Кәкребаш уҡыусыларына етеүсе булманы. Ҡарамалы-Ғөбәй, Ҡандракүл, Иҫке Туймазы мәктәбе балалары иһә "Хәбәр ҡапсыҡтары" булһа, 4-се мәктәп, Ғафур, Уязытамаҡ ауыл мәктәптәре командалары "Ата-әсәйҙәр менән бергә" номинацияһында билдәләнде. Бишҡурай мәктәбе балалары реликвия, аманаттарҙы иң ҡәҙерләп һаҡлаусылар икәнен иҫбатланы. Уҡыусылар флешмоб та әҙерләгәйне. Байрам "Башҡорт теле" йырын бергәләп башҡарыу менән юғары кәйефтә тамамланды.
Афарин, балалар! Шулай рухлы, сәмле булығыҙ! Телебеҙҙе яратығыҙ, һаҡлағыҙ! Ә коллегаларыма артабанғы эштәрендә уңыштар теләйем, телебеҙ һағында уяу торорға саҡырам!

Comments