top of page

Шаулап үтте "Раймантау моңдары"!

Туймазы районында "Раймантау моңдары" гармунсылар бәйгеһе үтте.

Өсөнсө тапҡыр ойошторолған конкурста 53 гармунсы ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы, бәйгегә балалар ҙа күп килгән. 14 конкурсант - райондың балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә тәрбиәләнеүеләр ине. Иң йәш ҡатнашыусы Илназ Ғиниәтуллинға - 8, иң өлкәне Радик Ғәрәфетдиновҡа - 81 йәш. Өлкәндәрҙе лә, йәштәрҙе лә моң берләштерә.

Гран-приҙы Иҫке Туймазы мәҙәниәт йортонан Зөлфир Шакиров яуланы. Уға иң ҡәҙерле бүләк - гармун тапшырылды.

Беренсе дәрәҗә лауреат исеменә яңғыҙ уйнаусылар араһында - Илья Имамов менән Раушания Зарипова, ансамблдәрҙән Собханғол сәнғәт мәктәбе баянсылар квартеты һәм Иҫке Туймазынан "Моң шишмәһе" коллективы лайыҡ булды. Шуныһы ҡыуаныслы, гармун моңдарына ғашиҡтар араһында балалар күп! Тимәк, халҡыбыҙ моңдары, илаһи, тылсымлы телдәр аһәңе йәшәй, йәшәйәсәк,дуҫтар! Тик ул моңдарға битараф ҡына булмайыҡ!

📷


 
 
 

2 Komentar


Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ,хөрмәтле коллегам! Йәш быуынды ошондай сараларға ылыҡтырып, улар күңелендә туған телгә, халҡыбыҙға ихтирам, моңға һөйөү уятһаҡ, рухтары нығыр, ә милләтебеҙ арҡаһы ныҡ булыр ине!

Suka

hutaju
03 Mar 2019

Был матур сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!Бигрәктә бындай сарала йәш быуындың ҡатнашыуы ҡыуандыра.

Suka
bottom of page