Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар!
- gkarabaevabikbulat
- 7 февр. 2019 г.
- 1 мин. чтения
Эйе, ҡоштар беҙҙең иң яҡын дуҫтарыбыҙ! Улар тәбиғәт һаҡсылары. Ә беҙ уларға тейешле иғтибар бүләбеҙме? Ыжғыр буранлы һалҡын ҡышын уларға, ҡышлаусы ҡоштарға, ауыр, бик ауыр бит! Беҙ, уҡытыусылар, уҡыусылар менән берлектә ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам ҡулын һәр саҡ һуҙырға бурыслы! Сөнки уларҙың күптәре "Ҡыҙыл китапҡа" ингән. Бына ошоларҙы күҙ уңында тотоп, мәктәп уҡыусылары йыл ла ҡоштарға тағараҡтар эшләп элә. Уларҙың ниндәйҙәре генә юҡ! Фантазия ярҙамға килә, сөнки тағараҡ эшләү өсөн конкурс иғлан ителә!

Комментарии